«Бөрө биркаһы» исеме аҫтында улар бергәләп кейем, сувенир продукцияларын етештерә. Әлегә эш башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, заказдар күпкә артҡан. Текстиль йүнәлешендә махсуслашҡан оҫталар мәҫәлән, боронғо фотоларға ҡарап, бар ғаилә ағзаларына тап килгән кейемдәр тегә. Әйткәндәй, йүнселдәр осрашыуы Бөрө ҡала үҙәгендә реставрацияланған боронғо йортта үтә. Үҙ креатив индустрия киңлеген булдырып улар киләсәктә тормошҡа ашырасаҡ проекттар өҫтөндә эшләй.
Июнь баштарында йүнселдәр Бөрө үҙәгендә «Мең сәйнүктәр» исемле яңы туристик локация асыу ҙа күҙаллана. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн бөрөләрҙән күпләп, бер-береһен ҡабатламаған сәйнүктәр йыйылған да инде. Әле көнкүреш әйберҙәре урынлаштырыласаҡ майҙансыҡ төҙөкләндерелә.



