Беренсе апрель — көлкө һәм шаяртыу көнө

Беренсе апрель-бөтә донъя көлкө көнө. Был көндә Ер шарының төрлө ҡитғаларында йәшәүселәр бер-береһен мәрәкәләй. Шаяндар һәм халыҡты көлкө ярҙамында һауыҡтырыусылар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Тәғзимә Ямалатдиноваға быйыл йәй, 5-се июндә 91 йәш тула. Тормошҡа һәм тирә -яҡтағыларға йылмайып бағыу ярҙамында оҙон һәм бәхетле ғүмер йәшәнем ти, һуғыш осоро балаһы һәм хеҙмәт ветераны.

Урынлы шаярта белеү-тирә -яҡтағылар күңелен йылытыусы нурлы ҡояш кеүек. Был көндө кешеләргә шатлыҡ һәм ыңғай хис-тойғолар бүләк итеү, зарур, ти көлдөрөүсе психолог Альбина Лужных.

Өлкән быуын тормош мәшәҡәттәрен эске йылмайыу менән еңә алған, ә гаджеттарға бәйле замана йәштәре был тормошта уйын- көлкөгә ваҡыт табамы? Фашистар ҡулына элләккән Муса Йәлил яҙмышын сағылдырыусы студеттар сәхнәлә уйсан һәм һағышлы булһалар ҙа, көндәлек тормошта дуҫтарын һәм яҡындарын рәхәтләнеп көлдөрөргә лә форсат таба икән.

Шаяртыу еңел, күңелле һәм кешене рәнйетерлек булмаһын, кәйефте ҡырмаһын, ә шатлыҡлы мәлдәр генә бүләк итһен, тип иҫәпәлй Өфө фән һәм технологиялар университетының КВН командаһы егеттәре.Өфө финалы лигаһы чемпиондары, Сочиҙа Халыҡ -ара фестивалдә лә ҡатнашып өлгөргән.

Ә тормошта ауырлыҡ һәм төрлө күңелһеҙ хәлдәр менән осрашыусыларға профессиональ психолог Ольга Аверина ярҙам итә. Уның маҡсаты-пациенттарҙы тәрән итеп тын алдырып, көлдөрөү алымдары ярҙамында организмда йылдар буйы тупланған көсөргәнешлекте, кортизол күләмен кәметеү. Был кабинетта көлкө терапияһын үтеүсе ҡатын -ҡыҙҙар үҙҙәрен яҡшы тоя.

Көлкө кешеләрҙе берләштерә, сиктәрҙе юйа һәм ышаныслы мөхит булдыра. Иң мөһиме-көлөү ихлас, ә шаяртыуҙар урынлы булһын.

Беренсе апрель-бер-береңә йылмайыу һәм ҡыуаныс бүләк итеү өсөн бик яҡшы көн, сөнки шаяртып кешене көлдөрөү, ғүмерҙе оҙайта һәм кәйефте яҡшырта. Көлөп йәшәйек!

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ