Ауырғазы яугиры Суворов миҙалы менән бүләкләнгән

“Карат” ҡушаматлы хәрби пилотһыҙ осоу аппараттары взводында хеҙмәт итә. Эшендә яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Ул Mavic һәм FPV-аппарат комплекстарын уңышлы ҡуллана. “Карат” 2022 йылдың көҙөндә ялан шарттарында әҙерлек үтә. Бөгөн разведка алып бара, хәрби берләшмәләрҙе һауанан һаҡлай. Фронтта күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм батырлығы өсөн яҡташыбыҙға дәүләт наградаһы тапшырылған. Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов әйтеүенсә, һалдаттың тылы ныҡ, өйҙә уны тормош иптәше һәм өс балаһы көтә. Береһе яңы ғына тыуған сабый.  Башҡортостанда ир-егеттәрҙе килешеү буйынса пилотһыҙ осҡостар ғәскәренә саҡырыу дауам итә.  Башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса тулы мәғлүмәт алырға мөмкин.

Фото №1 - Ауырғазы яугиры Суворов миҙалы менән бүләкләнгән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ