Республикала ташҡынға бәйле 15 осраҡ ҡотҡарыусылар күҙәтеүендә ҡала

6 юл участкаһы, 7 күпер, 50 йорт алды ихатаһына һыу сыҡҡан. Һыу баҫҡан йорттар һәм зыян күргән кешеләр юҡ. Оператив штаб ташҡынға бәйле хәлде контролдә тота, биләмәләр һауанан тикшерелә. Бөгөн вице-премьер Ирек Сәғитов, шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәкселәре брифингта ҡатнаша. Уның барышы көндөҙгө сәғәт 3-тә “Башҡортостан 24” телеканалында күрһәтелә.

Фото №1 - Республикала  ташҡынға бәйле 15 осраҡ ҡотҡарыусылар күҙәтеүендә ҡала
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ