Өфөлә Ағиҙел ярында спорт менән шөғөлләнергә була

Унда спорт биләмәһе булдырыла, тренажерҙар ҡуйыла. Баш ҡаланың Киров район хакимиәтенән ошо турала белдерәләр. Спорт майҙансығы “Юность” бассейны янында урынлаша. Унда футбол һәм өҫтәл теннисы уйнарға мөмкин. Балалар комплексы була. Велосипед парковкаһы ҡаралған. Спорт биләмәһендә ГТО нормативтарын тапшырырға мөмкин.

Фото №1 - Өфөлә Ағиҙел ярында спорт менән шөғөлләнергә була
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ