“Ҡыңғырау урынына моң” Бөтә Рәсәй проекты барышында белем усаҡтарында Космонавтика көнөнә арналған музыкаль композицииялар ҡуйыла. Рәсәй Мәғариф министрлығының рәсми сайтында ошо турала хәбәр ителә. Александр Зацепин, Александра Пахмутова, Евгений Крылатов, Оскар Фельцман әҫәрҙәренән өҙөктәр һайланған. Балалар өсөн шулай уҡ “Петя һәм бүре” симфоник әкиәте яңғырай.




