Бөгөн таңғы сәғәттәрҙә Өфөгә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итте. Бер нисә бпла нефть эшкәртеү заводына етмәҫ борон атып төшөрөлгән. Береһенең ҡалдыҡтары сәнәғәт зонаһына ҡолап янғын сыҡҡан. Был турала республика башлығы хәбәр итте. Радий Хәбиров белдереүенсә, тағы бер дрон Ғафури урамындағы йортҡа тейгән. Ике осраҡта ла зыян күреүселәр юҡ.
Әле ашығыс хеҙмәттәр террор ғәмәле эҙемтәләрен бөтөрөү менән шөғөлләнә. Ғафури урамындағы йортта йәшәүселәр өсөн прокуратура ҡыҙыу линия ойошторған. Мәғлүмәт һәм хоҡуҡи ярҙам алыу өсөн +7 (3472) 73-64-54 телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә ялған хәбәрҙәр ҙә тарала башланы. Рәсми сығанаҡтарҙан ғына алынған мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килә.



