Тантаналы митингта ир-егеттәрҙе Башҡортостан Башлығы исеменән Өфөнөң Октябрь һәм Совет райондары хәрби комссариаты етәксеһе, подполковник Вадим Виноградов тәбрикләне. Ватан алдындағы хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәп, тыуған ергә имен -һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Яугирҙар ял минуттарын ғаиләләре һәм туғандары менән бергә үткәргән.Улар тыуған ерҙән көс туплап, алғы һыҙыҡҡа Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан бүленгән уңайлы автобустарҙа юллана.



