Тап ошо сәсәләр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм барлыҡ ил һаҡсылары хәтере символы. Республиканың «көмөш» ирекмәндәре лә сарала әүҙем ҡатнаша. Ҡәнәферҙәр һатып тупланған аҡсаны улар ветерандарға ярҙам итеүсе «Быуындар хәтере» хәйриә фондына тапшыра. Күләмле акция 2015 йылдан алып ойошторола. Былтыр ирекмәндәр ил буйлап йөҙ миллион һум тирәһе аҡса йыйған. Ҡыҙыл ҡәнәфер 10 апрелдә башланып 22 июнгә титклем дауам итә.



