Өфөлә Альбина Килдейәрованың концерты үтте

Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында талантлы йырсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Альбина Килдейәрованың концерты үтте.

Әбйәлил ҡыҙы Альбина Килдейәрова сәнғәт донъяһына 2000 йылдар башында «Гәлсәр һандуғас» проекты аша килеп инде. Һәм шунда уҡ үҙенең моңло тауышы, дәртле йырҙары менән тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Альбина Килдейәрова бөгөн ижадта үҙ юлы, ҡабатланмаҫ моңо булған билдәле йырсы. 20 йыллыҡ ижадына арналған тамашаға халыҡтың залды тултырып килеүе, алҡыштарға. гөлләмәләргә күмеүе тамашасылар һөйөүенең асыҡ сағылышы.

Альбина Килдейәрова тамашасыларҙың яратҡан йырсыһы ғына түгел, «Туған тел» каналында башҡортса тапшырыуҙарҙ алып барырға ла, үҙенә зауыҡлы сәхнә кейемдәре тегергә лә өлгөрә. Бынан тыш, ул махсус хәрби операзия зонаһына йөрөп яугирҙарҙы моңло йырҙары менән дәртләндергән ирекмән дә, яҡташтар ойошмаһының әүҙем ағзаһы ла. Альбинаның һөнәрҙәре генә түгел, әсәһе лә икәү. Уны сабый сағында бала табыу йортонда алмаштырған булалар. Үҙенең әсәһе ғүмер бирә, икенсеһе күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтерә. Өс йәшкә еткәс кенә ҡыҙҙар үҙ ғаиләһенә ҡайта.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ