Бөгөнгә эштәр 50 процентҡа теүәлләнгән. Был - быйыл "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса ремонтланған иң ҙур ҡоролма. - Күпер халыҡ өсөн кәрәкле. Уның аша федераль трассаға сығалар, - тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Ремонтты йыл аҙағына тиклем тамамлау маҡсаты ҡуйыла. Республикала милли проект буйынса быйыл 15 күперҙе тәртипкә килтереү планлаштырылған.




