Торлаҡ төҙөлөшөнә ҙур өлөш индергәне өсөн бирелгән награданы ил башлығының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров тапшырҙы. Башҡортостан 2018 йылдан алып торлаҡ төҙөлөшө буйынса алдынғы төбәктәр исемлегендә. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса ғына биш йыллыҡта 17 миллион ярым квадрат метр төҙөлгән. 2024 йылда 3 миллион 348 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырып рекорд ҡуйылды. Әле лә йорттар төҙөлөшө йылдам үҫешә.




