Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы киңәйә

Тармаҡ үҫеше һөҙөмтәһе. Былтыр Башҡортостанда ярты меңдән ашыу эшҡыуар 2 млрд 300 млн һумлыҡ ярҙам сараһы менән файҙаланған. Бизнес асырға, йә булған эште үҫтерергә теләүселәр социаль контракт төҙөй ала, шулай уҡ грант алыуға дәғүә итергә мөмкин. Дәүләт программалары тураһында киләһе сюжетта.

Өфөнән Раушаниә Романова һигеҙенсе йыл керпек үҫтереү менән шөғөлләнә. Үҙмәшғүл булараҡ теркәлеп, үҙ студияһын да асҡан. Киләсәктә ул эш йүнәлешен киңәйтеп, баш ҡаланың икенсе районында матурлыҡ салоны асырға ниәтләй. Әлегә замандашыбыҙ бизнесты үҫтереү буйынса дәүләт ярҙамы сараларын өйрәнә башлаған.

Башҡортостанда «Минең бизнес» үҙәге тарафынан «бер тәҙрә» режимында эшҡыуарлыҡҡа комплекслы ярҙам күрһәтелә. Физик һәм юридик шәхестәр өсөн бизнес башлау йә үҫтереү буйынса консультациялар ойошторола, дәүләт ярҙамы сараларына заявка тапшырырға мөмкин. Шулай уҡ уҡыуҙар, төрлө тренингтар үтергә, эшлекле сараларҙа-конференция, форумдарҙа ҡатнашырға була.

Республика ҡалаларында эшҡыуарлыҡ буйынса ойошторолған төрлө марафон-семинарҙарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә бушлай ҡатнашып, яңы мәғлүмәт, тармаҡ яңылыҡтары менән танышырға, бизнес-партнерҙар, хеҙмәткәрҙәр табырға мөмкин. Беҙ шулай уҡ тауар билдәһен теркәүҙә, брендбук эшләүҙә лә ярҙам итәбеҙ

Айгөл Баһауетдинова, Башҡортостанда «Минең бизнес» үҙәге етәксеһе

Республика муниципалитеттарында «Минең бизнес» үҙәгенең 13 бүлексәһе эшләй. Белгестәр эшҡыуарҙарға йәрминкә-күргәҙмәләргә, электрон сауҙа майҙансыҡтарына сығырға, продукцияны популярлаштырырға ярҙам күрһәтә, юридик консультациялар ойоштора.

Анна Иҙрисова, Башҡортостан йәмәғәт палатаһының инновация үҫеше, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе

Бөгөн эшҡыуарҙар күп төрлө финас ярҙам саралары менән файҙалана ала. Льготалы кредит, лизинг программаларында ҡатнашырға мөмкин. Бынан тыш, грант ярҙамы механизмдары ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Әйтәйек, бизнес асыуға социаль контракт төҙөп, 350 мең һумғаса ярҙам алырға мөмкин.

Башҡортостанда муниципаль кимәлдә «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» эшләй, тармаҡты үҫтереү менән бизнес-шерифтар шөғөлләнә. Әлегә төбәктә 153 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә, үҫеш темптары уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғары.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ