Фермер хужалығында эшләүселәргә йәшел ут. Бишбүләк районында күпләп йәшелсә-емеш үҫтереүсе фермер газ үткәреүгә ҡулланылған матди сығымдарҙы ҡаплауға дәүләт ярҙамы аласаҡ. Район халҡын күпләп ҡыяр һәм помидор менән тәьмин итеүсе Тарасовтар янында беҙҙең ижади төркөм дә булды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәрәбсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Тарасовтарҙың крәҫтиән -фермер хужалығы эргәһенән үткәндә бында ағас эшкәртеү цехы бар тип уйларға мөмкин. Оҫта баҡсасы Сергей Тарасов эште механизациялауҙы үҙ проекты буйынса ҡораған бысҡы һәм транспортер ярҙамында башҡара. Элегерәк теплицаны йылытыу өсөн утынды үҙҙәре әҙерләһәләр, хәҙер эштәре күпкә еңелләшкән.
Тарасовтар теплицалағы йәшелсәләр өсөн температура һәм дымлылыҡты даими контролдә тота. Ҡыяр төптәренең йышлығы 30 сантиметр, ә уларҙы һуғарыуҙа тамсылап һибеү ысулы ҡулланыла. Әлеге ваҡытта ҡыяр мыйыҡтарын өҙәләр. Был эш үҫентеләр күрше бауҙарға үрелмәһен, бөтә төптәрҙә лә тәртип булһын өсөн башҡарыла.
Ғаилә үҫтергән йәшелсәләр ауылдаштары һәм күрше район халҡында ихтыяж менән файҙалана
Йәшелсә хужалығына йорт хужаһы Анатолий Тарасов нигеҙ һала. Тырышлыҡ, яуаплылыҡ һәм үҙ көсөнә ышаныу арҡаһында улар табыш ала башлай. Атаһынан улына тапшырылған агротехника серҙәре-былар барыһы ла бөгөнгө уңыштың нигеҙе булып тора.
Теплица хужалығы сифатлы һәм файҙалы йәшелсәләре менән дан тота. Тәрбиәле түтәлдәрҙә ҡыяр, помидор ишелеп уңа. Һәр уңыш-ул тырыш хеҙмәт емеше: үҫентеләрҙе көндәлек тәрбиәләү, сорттарҙы дөрөҫ һайлау, ваҡытында эшкәртеү һәм һаҡсыл йыйыу ҙа.
Тарасовтар хеҙмәт етештереүсәнлеген үҙҙәре уйлап сығарған төрлө ҡорамалдар ярҙамында еңеләйткән. Бына был ҡорамал ярҙамында форточкаларҙы асып һауа торошон көйләргә мөмкин. Был теплицаның дөйөм майҙаны 500 квадрат метр. Унда мең төп Герман сортлы ҡыяр, 250 төп помидор үҫтерелә. Тарасовтар кеше ялламай үҙҙәре эшләй.Йәшелсә-емештәргә ете кбометр һыу һибәләр.
Гүзәл Борханова



