Өфө-Сириус маршруты буйынса йөрөгән ике ҡатлы поездың бер миллионынсы пассажиры тәбрикләнде


Миллионынсы пассажирҙар-Фатеевтар ғаиләһе. Улар ҡара диңгеҙ буйында ял итеп ҡайтҡан. Поездан төшөү менән ғаиләне Өфөлә тимер юл вокзалы хеҙмәткәрҙәре ҡотлап бүләктәр тапшырҙы. Ике ҡатлы поезд Өфө- Сириус йүнәлешендә өс йыл элек ебәрелде. Поезд Өфөнән көн аша иртән ҡуҙғала.


Башҡортостандың баш ҡалаһынан Ҡара диңгеҙ буйынса рейс 2023 йылдың 27 майында асылды. Ике ҡатлы поездың купелары заман талаптарына яуап бирә. Пассажирҙар уңайлы шарттар өсөн уны яратып өлгөрҙө. Состав Һамар, Сызрань, Волгоград, Адлер һәм башҡа ҡалаларҙа туҡтай.

Артем Гоняев, Өфө тимер юл вокзалының проводниктар резервы етәксеһе


Беҙ йыш ҡына тимер юл транспорты менән сәйәхәт итәбеҙ. Ҡара диңгеҙ буйында һаулығыбыҙҙы нығытып ҡайттыҡ. Был беҙҙең өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Шатбыҙ.

Артем Фатеев
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ