Өфөнән табип мутлашыусыларҙан алданған

Тәүҙә унан телефонына килгән СМС кодты әйтергә күндергәндәр. Унан һуң дәүләт хеҙмәттәре порталындағы кабинетына үтеп инеүҙәре тураһында хәбәр иткәндәр. Аҡсаһы мутлашыусылар ҡулына эләкмәһен өсөн хәүефһеҙ иҫәпкә һалырға кәрәк тип ышандырғандар. Ир 5 миллион һумын, уға өҫтәп 700 мең һум кредит аҡсаһын әйтелгән иҫәпкә күсергән. Алданыуын һуң ғына аңлап ҡалған.

Фото №1 - Өфөнән табип мутлашыусыларҙан алданған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ