Акция онлайн һәм ғәҙәти тәртиптә уҙғарыла тип хәбәр итә ойоштороусылар. БСТ, "Тамыр" телеканалдарында, "Ашҡаҙар" радиоһында, шулай уҡ акцияның рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙә трансляция ҡаралған. Ул сәғәт 11-ҙә башлана. Диктантты ғәҙәти тәртиптә яҙыу өсөн сайтта яҙыу урынын һайларға һәм алдан теркәлергә кәрәк. Быйыл текстар Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә, Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына бағышлана.




