Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығында тағы ике компания-резидент теркәлде. Тәүге проект буйынса төҙөлөш ҡоролмаларын дымланыуҙан һаҡлау материалдары етештереү яйға һалына. Бынан тыш иҡтисади биләмәлә химик реагенттар эшләп сығарыласаҡ. Улар нефть эшкәртеү сәнәғәтендә ҡулланыла.




