Юл япмаһы өсөн битум һәм ҡулланылған полимер материал, йәғни пластик файҙаланыла. Сеймалдың сифаты тәүҙә лаборатрияла тикшерелә. Был асфальттың хеҙмәт итеү ваҡыты ике тапҡырға оҙағыраҡ. Ә иң мөһиме ул эҫегә лә, һыуыҡҡа ла бирешмәй. Йәш ғалимдар фекеренсә, асышты киң ҡулланыуға индереү юл соҡорҙарын кәметергә булышлыҡ итәсәк. Проект өҫтөндә 20-нән ашыу кеше эшләгән.



