Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусы төҙөлөшө иң әүҙем фазаһына инде

Эшселәр бер айҙа ғына башняларҙы дүрт ҡатҡа тиклем күтәрә. Бынан ары темп тағы ла көсәйтелә. Төҙөүселәр алдында айына алты ҡатты күтәреү бурысы ҡуйылған. Монолит ҡойоу менән бер рәттән фасадты көпләү, коммуникациялар тоташтырыу, бүлмәләрҙе бүлеү эштәре лә башҡарыла. Ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләткән төҙөлөш майҙансығында беҙҙең хәбәрселәр ҙә булды. Айнур Кәбиров репортажы.

Әйтерһең дә, шарманка уйнатып бушты юҡҡа ауҙарып йөрөй. Ысынында иһә, Фәрит Абдуллин үтә лә яуаплы һәм мөһим эш өҫтөндә. Юғарылағы монтажлаусыларҙың эш сифаты ла, хәүефһеҙлеге лә тап уның ҡулында. Пульт ярҙамында ул автогидро күтәргес менән идара итә. Быяла ҡуйғанда юғары теүәллек талап ителә. Ситтән тороп төҙләп күтәреү күпкә уңайлыраҡ, ти ул.

Хәүефһеҙ, заманса һәм юғары технологиялы. Тотош төҙөлөштө лә тап ошолай тасуирларға мөмкин. Шул уҡ быялалар ҙа тота килеп урынлаштырылмаған. Ҡояштың төрлө яҡтан сағылышын иҫәпкә алып алты-ете төрөн алмаштырып ҡарағандар.. Әле һуңғы һайланғаны менән Кампустың стилобаты көпләнә.

Аҫҡы ҡаттарҙа фасад көпләнгән арала, башнялар ҡояшҡа антылған таж шикелле күккә үрләй. Төҙөүселәр айына ғына дүрт ҡатҡа юғарыға күтәрелгән. Хәҙер иң төп һәм иң бейек буласаҡ Альфа башняһында 17- се ҡатта төҙөлөш бара. Йәмғеһе улар 29 буласаҡ.

Монолит эштәре 90 процентҡа тамамланған. Бинаның каркасын июлгә тамамларға иҫәп тотабыҙ. Һауа торошо яҡшырғас бер айҙа ғына алты ҡатҡа тиклем күтәрә алабыҙ. Ҡайһы бер башняларҙы тулыһынса күтәреп бөттөк. Башҡа эштәрҙе лә бер юлы алып барабыҙ. Йылытыу, быяла ҡатламдары ҡорола, коммуникациялар уҙғарыла.

Мансур Абдуллаев, проект етәксеһе

Төҙөлөштә әле ете башня краны, туғыҙ автокран һәм мең ике йөҙгә яҡын кеше эшләй. Ойошмалар ҙа төрлө. Ләкин барыһы ла бер механизм кеүек эш итә. Бындай күләмле төҙөлөштөң бер бәләкәй генә өлөш булыу ҙа үҙе бер ғорурлыҡ, ти эшселәр.

Илдә иң ҙур төҙөлөштәрҙең береһе һәм Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусы ла Рәсәйҙә иң ҙуры булмаҡсы. Төбәк етәксеһе кампус студенттарҙың, йәш ғалимдарҙың гармониялы үҫешенә уникаль мөхит буласағын билдәләне.

Төҙөлөш дауам итә, ләкин студенттарҙың ниндәй бүлмәләрҙә йәшәйәсәге әле үк билдәле. Ятаҡтың дизайны карауат япмаларына тиклем уйланылған. Ләкин әҙер бүлмәләрҙе әле барыһынан да сер итеп тоталар. Сюрприз барыһын да хайран ҡалдырасаҡ

А.Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ