Өфө халҡы йәйҙе лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнә. Ҡаланы яҡтыртыу һәм инфраструктура өсөн яуаплы предприятиелары һәм йәмәғәт именлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре, таҙалыҡ өсөн әүҙем көрәшеүселәр ҡатнашлығында үткән экологик акция хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Ҡаланы яҡтыртыу һәм инфраструктуралар өсөн яуаплы хеҙмәттәр иртә менән электр бағаналарын бысраҡтан һәм кәрәкһеҙ иғландарҙан таҙарта. Был ҡаланың тышҡы йөҙөн тәртиптә тотоу өсөн бик мөһим эш. Үҙәк баҙарҙан Октябрь проспекты урамына тиклем 150 бағана тәртипкә килтерелергә тейеш.
Өфөләге Галле ҡалаһы исемендәге туҡталыш халыҡ иң әүҙем йөрөгән нөктәләрҙән һанала. Бында бағаналар, эскәмйәләр, туҡталыштар һәм биналар ҡулдан йәбештерелгән иғландар менән ҡапланған. Уларҙы таҙартыу өсөн хеҙмәт ҡоралдары ла, экология өсөн хеҙмәт һалырға әҙер булыусыларҙың күплеге лә ҡыуаныслы күренеш.
Акция туҡталыш һәм сауҙа павильондарын, яҡтыртыу һәм юл билдәләре таяуҙарын, бина фасадтарын листовкаларҙан, иғландарҙан таҙартыуға йүнәлтелгән. Маҡсат-ҡаланың эстетик йөҙөн яҡшыртыу һәм ҡала мөхитен тәртиптә тотоуҙа кешеләрҙә яуаплы мөнәсәбәт булдырыу, ти, экологик сараны ойоштороусылар.
Өфөлә иғландарҙы законһыҙ йәбештергән өсөн штрафтар Башҡортостан республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексы статьяһы менән көйләнә: Уның күләме
граждандарға-500-ҙән 1000;
вазифалы кешеләргә-2 000-дән 5 000;
юридик шәхестәргә-10 000-дән 15 000 һумға тиклем ҡаралған.
Өфө-көн һайын 4 меңдән ашыу турист һәм ҡунаҡ ҡабул иткән ҡала. Был беҙҙең өсөн популярлыҡ күрһәткесе генә түгел, етди яуаплылыҡ та: урамдарҙағы таҙалыҡ һәм тәртип Башҡортостандың баш ҡалаһы тураһында тәүге һәм иң сағыу тәьҫоратты формалаштыра.
Таҙа тротуарҙар, матур парктар, сүп-сар һәм рөхсәтһеҙ реклама булмауы-заманса, ҡунаҡсыл һәм уңайлы ҡала мөхитен тыуҙыра..Таҙалыҡты һаҡлауҙа дөйөм ҡала өмәләре төп роль уйнай. Санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы сиктәрендә 11 һәм 25 апрелгә тиклем өмөләр үтә. Ситтә ҡалмағыҙ!
Гүзәл Борханова



