Гуканье весны йәки яҙ һулышы. Башҡортостан белорустары тәүге яҙ байрамын билдәләй. Сара белорустар иң күп йәшәгән төбәктә- Иглин районы Балтика ауылында үтте. Ул Рәсәй менән Беларусь берҙәмлегенең 30 йыллығына арналды һәм ысын мәғәнәһендә халыҡтар дуҫлығын сағылдырыусы байрамға әүерелде. Яҙ, рух һәм берҙәмлек байрамынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Гуканье весны-славяндарҙың милли байрамы, ҡышты оҙатып яҙҙы саҡырыу йолаһы. Белорустар был көндө йыр-моң, мул өҫтәл, яҡшы кәйеф менән ҡаршы ала. Байрамды нисек ҡаршылайһың йыл да шулай килә тип һанала. Иглиндәр сараға ныҡлы әҙерләнгән. Белорустар был ерлеккә 18-се быуат аҙағында 19-сы быуат башында килеп төпләнгән.
Рәсәй менән Беларусь республикаһы халыҡтарының берҙәмлек көнө иғлан ителеүгә 30 йыл. Ошо йылдар эсендә ике дәүләт араһында ныҡлы хеҙмәттәшлек кенә түгел, дуҫтарса мөнәсәбәт тә урынлашҡан. Бәйләнештәр субъекттар, муниципаль берәмектәр, ауыл-ҡалалар кимәлендә лә булдырыла.
Сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалды, яу ҡаһармандарын иҫкә алды. Ошонда уҡ Белорусияны немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығына арналған монумент ҡуйылған. Ерле халыҡ үҙ тарихы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана һәм йәш быуынға еткереү өҫтөндә эшләй. Иглин егеттәре махсус хәрби операцияла ла һынатмай. Рәсәй халыҡтары аасамблеяһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ҡолһарина яугир улдар тәрбиәләгән ата-әсәләргә йәмәғәт наградаларын тапшырҙы.
Байрамда ҡатнашыусылар Балтика ауылында белорустарҙың тарихи-мәҙәни үҙәгендә булды. Бында тарихты, телде, йолаларҙы, кәсептәрҙе тергеҙеү, һаҡлау буйынса ҙур эш алып барыла. Белорустар үҙҙәренең милли-мәҙәни хазиналарын ҡунаҡтарға ла күрһәтте.
Байрам йыр-моңға ла, милли уйындарға ла бай булды. Ә иң мөһиме ул халыҡтар дуҫлығын, берҙәмлеген сағылдырыусы сараға әүерелде. Хәҙер тулы ышаныс менән йыл уңышлы киләсәк, иҫтәлекле мәлдәргә бай буласкаҡ тип әйтергә мөмкин, ти Иглин белорустары.
Р.Кәримова



