Өфөлә Бөтә донъя аутизм тураһында мәғлүмәт таратыу көнөнә бағышланған «Кешеләр кеүек кешеләр» инклюзив фестивале үтте. Сара ата-әсәләрҙе, балаларҙы, төрлө өлкә белгестәрен һәм табиптарҙы берләштерҙе. Майҙансыҡтарҙа оҫталыҡ дәрестәре, йәрминкә һәм ижади эштәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Сара аҙағында иң яҡшы методик ҡулланма авторҙары бүләкләнде. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлифнә Килдейәрова.
Рената Ҡорбанғәлиева аутизм менән сирләүсе балалар менән дүртенсе йыл эшләй. Ул психик тайпылыштары булған малай-ҡыҙҙар менән шөғөлләнә, уларға тирә-яҡты танып-белеү, донъяны өйрәнеү өсөн төрлө ысулдар уйлап таба. Уларҙың береһен йәш белгес республикала үткән инклюзив фестивале сиктәрендә тәҡдим итте. Рената Рөстәм ҡыҙы Өфөнөң 29-сы белем биреү үҙәге исеменән сығыш яһай, учреждение нигеҙендә асылған ресурс класында аутизм менән ауырыған 7 бала уҡый.
Рената Ҡорбанғәлиева тәҡдим иткән был методика 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Награданы еңеүсегә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин тапшырҙы. Йәмғеһе, конкурста Рәсәйҙең 10 төбәгенән педагогтар ҡатнашҡан. Иң яҡшы тип һайланған уҡытыу ысулдары айырым йыйынтыҡ булып донъя күрәсәк.
Инклюзив фестиваль аутизм менән сирләгән балаларға һәм өлкәндәргә ярҙам күрһәткән йөҙләгән ойошманы берләштерҙе. Бында төрлө оҫталыҡ дәрестәре һәм консультациялар үтте, унда һәр кем психолог, логопед, юрист һәм табиптар менән аралаша алды. Сараны «Йондоҙ» белем биреү үҙәге ҡаршы алды.
Республика мәктәптәрендә 35 меңдән ашыу мөмкинлектәре сикләнгән балалар уҡый. Уларҙың 2 меңдән ашыуы аутизм менән сирләй. Уларға белем биреү усаҡтарында уңайлы шарттар булдырыу, уҡытыуҙа заманса методикалар индереү йәһәтенән етди эш башҡарыла.
Әлфинә Килдейәрова



