Өфөлә Лариса Абдуллинаның рус телендә нәшер ителгән «Ҡушаматы» Башҡорт китабының исем туйы үтте. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҙмыштарына, Ватан һаҡсыларының батырлығына һәм уларҙың ғаиләләренең рух ныҡлығына бағышланған.
Сарала республика башҡарма власть органдары вәкилдәре, йәмәғәт, ижади ойошмалар, журналистар, шулай уҡ геройҙарҙың туғандары һәм яҡындары ҡатнашты. Ватан һаҡсыларының әсәләре һәм ҡатындары ла килгәйне. Китапта уларҙың яҡын кешеләренең яҙмышы һәм хәтирәләре сағылыш тапҡан. Китап авторы билдәләүенсә, баҫма, нигеҙҙә, журналист яҙмаларынан, интервьюларҙан һәм геройҙар, уларҙың ғаиләләре менән шәхси осрашыуҙар мәлендә теркәлгән материалдарҙан тора.




