Төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, гидротеник ҡоролмаларҙағы хәл тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Йомағужа һыуһаҡлағысында һыу йыйыу-ағыҙыу барышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән материалда.
Йомағужа һыуһаҡлағысында тынлыҡ, боҙ ҡатламы аҫтында йыл дауамында ҡулланыласаҡ һыу йыйыла, уның дөйөм күләме 456 миллион кубометрға тиклем етеүе мөмкин. Гидротехник ҡоролмала Кама һыу бассейн идаралығы тарафынан билдәләнгән графиҡҡа ярашлы, эштәр алып барыла. Көндәрҙең ҡапыл йылытып, ҡарҙың тиҙ иреүенә бәйле белгестәр һыу запасын йыйыу буйынса үҙ фараздарын да еткерҙе.
Һыуһаҡлағыс март аҙағынан алып «ташкын» режимында эшләй, бер аҙна эсендә 130 млн кубометр һыу йыйылған. Дөйөм алғанда, уртаса йыллыҡ күрһәткес һаҡланыр тип көтөлә. Гидротехник ҡоролмала параллель рәүештә капиталь ремонт эштәре лә бара, уның сиктәрендә һыу кимәлен үлсәү ҡулайламалары яңыртыласаҡ
Йомағужа һыуһаҡлағысының быуаһы Күгәрсен районында урынлашҡан, уның оҙонлоғо 605 метр тәшкил итә. Яҙғы ташҡын осорона һыу ағыҙыу ҡоролмалары юғары әҙерлеккә күсерелгән. Әле биләмәлә сүп-сар йыйыу ҡулайламалары урынлаштырыла.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һыуһаҡлағыстар эше координациялай. Республикала төрлө формалағы милек төрөнә ҡараған ярты меңдән ашыу гидротехник ҡоролма иҫәпләнә. Барлыҡ муниципалитеттарға, ауыл биләмәләренә ташҡынды үткәреү буйынса тәҡдимдәр бирелгән, планға ярашлы тейешле саралар уҙғарыласаҡ. Ведомство төбәк ҡарамағында булған һыуһаҡлағыстарҙа һыу килеү һәм уны ағыҙыу күләмдәрен тәүлек әйләнәһенә контролдә тота.
Яҙғы ташҡын һыуҙары үтеүгә бәйле, бөгөнгә республиканың 11 муниципаль берәмегендә 15 хәл контролдә ҡала. Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 7 юл участкаһын, 6 күпер һәм 86 йорт алды ихатаһын һыу баҫҡан. Айырыуса Өфө йылғаһында һыу кимәленең кинәт күтәрелеүе күҙәтелгән. Хәлгә мониторинг уҙғарыу һәм контролдә тотоу өсөн пилотһыҙ авиация системалары ҡулланыла.
Гөлназ Хәйбуллина



