Башҡортостанда ҡош киҙеүенә ҡаршы яңы вакцина эшләп сығарылған

Шәхси хужалыҡтарҙа һәм ҡошсолоҡ фабрикаларында профилактика саралары күреү кәңәш ителә. Ни өсөн прививка хәҙер айырыуса көнүҙәк, уның хаҡы һәм киҙеү ниндәй хәүеф тыуҙыра. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажында.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала ҡош киҙеүенең һуңғы йылдарҙа ҡурҡыныс эҙемтәләре билдәле. 3 йыл элек ул Өфө районындағы Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһында асыҡланды. Уның артабан таралыуын туҡтатыу өсөн, фабрикалағы меңәрләгән ҡошто юҡ итергә тура килде.

Шәхси хужалыҡтар өсөн дә вирус бер юлы бөтә ҡош-ҡортто юғалтыу хәүефе менән янай. Уны йоҡтороу ихтималлығы ла юғарыраҡ, иректә йөрөгән йорт тауыҡтарына ҡырағай ҡоштарҙан күсеүе мөмкин.

Ҡошто үлемесле вирустан һаҡлауҙың берҙән-бер ысулы-вакцинация, ти белгестәр. Быйыл әйләнешкә ҡош киҙеүенә ҡаршы H9N2 прививкаһының беренсе партияһы индерелде. Уны хайуандар һаулығын һаҡлау федераль үҙәге эшләп сығарған.

Яңы сыҡҡан себештәргә бер тәүлектән һуң да ҡаҙатырға мөмкин. Ай эсендә иммунитет барлыҡҡа килә. Был препарат түбән патогенлы штаммдарға ҡаршы.

Ришат Ҡотломәтов, хайуандар һаулығын һаҡлау федеральүҙәгенең Башҡортостан филиалы директоры урынбаҫары

Препарат Рәсәй территорияһы өсөн актуаль булған штаммдар нигеҙендә эшләнгән һәм сирҙе иҫкәртеү өсөн тәғәйенләнгән. Етештереүсе раҫлауынса, вакцина бер тапҡыр ҡулланылғандан һуң 3-4 аҙнанан тауыҡтарҙа тотороҡло иммунитет барлыҡҡа килтерә, 9 айға сирҙән һаҡлай.

Ҡош киҙеүе миҙгеле ауырыу. Уның төп таратыусылары ҡырағай ҡоштар, улар миграция ваҡытында вирус тарата. Йорт ҡоштарынан айырмалы, уларҙың үҙе өсөн киҙеү ҡурҡыныс түгел.

Киҙеү осрағынан һуң төбәктең ҡошсолоҡ фабрикаларында контроль көсәйтелгән. Биләмәләрәгә сит техника индерелмәй, хеҙмәткәрҙәр дезбарьерҙар аша үтеп йөрөй.

Яҙ йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡан мәлдә шәхси хужалыҡтарҙа ҡоштарҙы иреккә сығармай тороу ҙа профилактика. Күгәрсен һымаҡ ҡоштарҙан да араларға кәрәк.

Ләйсән Йәркәева, хайуандар һаулығын һаҡлау федераль үҙәгенең Башҡортостан филиалы баш ветеринары

Профилактика эҙемтәләр менән көрәштән еңелерәк. Вакцинаның хаҡы-50 һум тирәһе. Ә зыян килһә-уның күләме миллиондар менән иҫәпләнә.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ