Өфөлә Бөтә Рәсәй эш йәрминкәһе үтәсәк

Нефть һәм газ сығарыуҙан алып, төҙөлөш һәм сауҙаға тиклем. 17 апрель Өфөләге «Торатау» конгресс-холында үтәсәк Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһендә 4 меңдән ашыу вакансия тәҡдим ителәсәк.

Был турала киң мәғлүмәт саралары өсөн үткән матбуған конференцияһында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова белдерҙе. «Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» йәрминкәһе ғәҙәттәгесә «Һөнәрҙәр фестивале» менән бергә үтәсәк. Был юлы ул мәшғүллек хеҙмәттәрен булдырыуға 35 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. Саралар шәлкеме 15 апрель Бәләбәй һәм Нефтекама ҡалаларында старт ала. Унан һуң, Баҡалы, Бүздәк, Салауат райондарында ла эш биреүселәр менән эш эҙләүселәр өсөн осрашыуҙар үтәсәк. «Рәсәй эше» йәрминкәһенең төп майҙансыҡтары 17 апрель «Торатау» конгресс холы майҙансығында эшләйәсәк. Унда шәхси консультация алыуҙан тыш, белгестәр эш эҙләүселәргә үҫеш нөктәләрен билдәләргә ярҙам итәсәк. Бынан тыш, уҡыусылар өсөн һөнәр һайлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү планлаштырыла.

Эш биреүселәр өсөн теркәлеү дауам итә. Төрлө ойошмаларҙы беҙҙең сарала көтөп ҡалабыҙ. Был йәрминкәне үткәреүҙең төп мәғәнәһе-ул эш эҙләүсе менән эш биреүселәр бер-береһен тапһын өсөн шарттар булдырыу.

Ольга Кабанова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ