Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Геологтарҙың һөнәри байрамы уңайынан Лариса Беландың ҡаҙаныштары тураһында һөйләгән. Лариса Николаевнаның башланғысы һәм тырышлығында республика геология мираҫы тотош донъяға билдәле.
Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән ЮНЕСКО геопарк глобаль селтәренә индерелә. Лариса Белан Учалыла тыуып үҫкән. Мәктәптә уҡығанда Александр Ферсмандың минерология тураһындағы китабын уҡып «Йәш геолог» түңәрәгенә яҙылған. Геолог булам тигән хыялы уны элекке Башҡорт дәүләт университетының география факультетына алып килә.
Практика ваҡытында тыуған яғының уникаль геологияһын өйрәнә. Туристик клуб ағзалары менән Кавказ, Памир, Тянь-Шань тауҙарына походтарға йөрөй. Студенттарға белем биргәндә Ҡырым, Алтай, Испания тәбиғәтендә туплаған тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Бөгөн Лариса Белан геология-минерология фәндәре докторы, Өфө фән һәм технологиялар университеты кафедраһын етәкләй. Ул экология хәүефһеҙлеге һәм тәбиғи мираҫты һаҡлау советы ағзаһы, «Янғантау» геопаркының ғилми етәксеһе. Уның тырышлығы менән Тәбиғәт һәм кеше институтында үҙенсәлекле геологик музей ойошторолған. Радий Хәбиров Лариса Николаевнаның фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп, Башҡортостан геологтарын һөнәри байрамдары менән ҡотлаған



