М-12 трассаһының яңы участкаһында юл хәрәкәттендә ҡатнашыусыларҙы хәҙер автоматлаштырылған система күҙәтә, ярҙамға мохтаж булған хәл-ваҡиғаларҙы теркәй. Бында километр ярым һайын видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған. Был хәүефһеҙлек өсөн эшләнә. Алда йәйге отпксылар осоро, участка өсөн беренсе туристик миҙгел асыласаҡ. Трассала хеҙмәтләндереү объекттары, яғыулыҡ ҡойоу станциялары, ял зоналары төҙөлгән. Шулай уҡ юлда авария комиссарҙары ла һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер
М-12 участкаһы ил үҙәген, Волга буйын һәм Уралды бер-береһенә яҡынайтты, Башҡортостанды, Пермь крайы Һәм Свердловск өлкәһе менән тоташтырҙы. Бынан тыш, Башҡортостанға өҫтәмә транспорт ағымын йәлеп итте. Участкала республиканың юл буйы сервисы лә йылдам үҫешә. Элегерәк республиканы урап үтеү юлдарын һайлаған водителдәр хәҙер яңы тиҙ йөрөшлө участка буйынса йөрөүҙе хуп күрә.



