Халыҡ, ойошма һәм предприятиелар тырышлығы менән тупланған гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә барып еткән. Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин ошо турала белдергән. “Яҡташтарыбыҙ менән аралаштыҡ. Улар алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Ил һаҡсылары менән ғорурланабыҙ. Күгәрсен районы ҙур бер команда, татыу ғаилә кеүек яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡтар әҙерләне. Беҙ һалдаттарыбыҙға тыуған яҡтан сәләм алып барҙыҡ. Ир-егеттәргә йылы эстәлекле хаттар тапшырҙыҡ”, - тип яҙған Марат Исҡужин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.




