Максим Кузнецовтың голы КХЛ плей-оффының беренсе раундында иң яҡшыһы тип танылды

Иң сағыу күренеш «Автомобилист» менән серияның дүртенсе осрашыуында теркәлде. Юлаевсылар һөжүмсеһе дәғүәселәр ҡапҡаһына аяҡ аҫтынан шайба сойорғотто. Был мәл көйәрмәндәрҙең һәм трансляция комментаторҙарының әүҙем реакцияһын тыуҙырҙы. Әйткәндәй, был Максим Кузнецовтың һуңғы уңышы түгел. Уның өсөнсө уйында ҡапҡа артынан индергән еңеү шайбаһы ла ТОП-3 исемлегенә инде. Бынан тыш, юлаевсылар һаҡсыһы Илдан Ғәзимов 4-се уйындағы голы менән 7-се урын алды. Беренсе раунд йомғаҡтары буйынса Максим Кузнецов биш мәрәй йыйып, «Салауат Юлаев» клубының иң яҡшы снайперы булды. Плей-оффтың дөйөм бомбардирҙар исемлегендә ул етенсе баҫҡысты биләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ