Бөгөн халыҡ-ара спорт көнө билдәләнә

Беҙҙең республикала спорт менән шөғөлләнеү өсөн 13 мең ярым объект бар. Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, беҙ шорт-трек оҫтаһы  Семен Елистратов, слалом спортсыһы Алһыу  Миназова, боксер Артур Собханғолов менән ғорурланабыҙ. "Салауат Юлаев" хоккей командаһы уңыштары ла шатлыҡ. Команда плей-офты яҡшы башланы. Республикала  шулай  уҡ  "Ауыл тренеры", "Ҡала тренеры" проекттары ғәмәлгә ашырыла, ГТО майҙансыҡтары төҙөлә. 2025 йылда Башҡортостан Спортты үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәк булараҡ  Милли премияға лайыҡ булды, ти Андрей  Назаров.

Фото №1 - Бөгөн халыҡ-ара спорт көнө билдәләнә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ