Бөгөн республикала алып барылған иң ҙур төҙөлөш-вуз-ара студенттар кампусын һалыу. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, йәштәрҙә беҙҙең юғары мәктәпкә ихтыяж булыу-булмауы, фәндең һәм Башҡортостандың киләсәге лә туранан-тура ошо мөһим проектҡа бәйле. Эш «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса алып барыла. Темптар яҡшы-башнялар айына 3 этаж тиҙлегендә үҫә. 2026 йылдың декабренә тиклем төҙөлөштө тамамлау планлаштырыла. Кампусҡа студенттар 2027 йылда күсенә башлай. Башҡортостан башлығы Мәғариф министрлығына буласаҡ мәктәп тамамлаусылар улар өсөн тыуҙырылған мөминлектәр һәм шарттар менән танышһын өсөн, уҡыусыларға кампусҡа экскурсиялар ойоштороу бурысын ҡуйған.



