Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжының янғын һүндереүселәрҙе әҙерләү кафедраһына-25 йыл. Ошо йылдар эсендә уҡыу йорто меңәрләгән кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған тәжрибәле белгестәр сығарған. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә улар команадалы эш алып барып ҡатмарлы объекттарҙа ут менән көрәшә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Иң ҡыйыу һөнәрҙәрҙәрҙең береһен һайлаған студенттар янғын һүндереү оҫталығына өйрәнә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, юғары бейеклектә, бикле бүлмәләрҙе ялмап алған утты һүндереү һәм граждандарға ярҙам итеү өҫтөндә эшләй. Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында был йүнәлештә белгестәр әҙерләгән кафедраға-сирек быуат.
Ут менән көрәштә ҡотҡарыусылар елләтеү системаһы менән файҙаланыу алымдарын үҙләштерҙе. Күп фатирлы йортта янғын сыҡҡанда, подъезға ҡуйы ҡара төтөн тула. Уны таратыу өсөн махсус ел ҡыуғыс ҡулланыла. Янғын һүндереүселәрҙе ут менән көрәшеүгә уҡытҡанда дисциплина, командала эшләү, психологик күҙлектән әҙер булырға өйрәтәләр.
Быйыл Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы «Профессионалитет» проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә алты лидерҙың береһе тип танылды. Уҡыу йортонда хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған, һөнәр эйәләре әҙерләнә. Кафедра асылғанға тиклем янғын һүндереүселәр Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә белем туплаған. 25 йыл эсендә колледжда 1200 янғын һүндереүсе уҡып сыҡҡан.
Ф.Миһранова



