Ғафуриҙар фронтҡа машиналар оҙатҡан

Район хакимиәте башлығы Венер Вәхитов хәбәр итеүенсә, гуманитар ылау менән 4 еңел автомобиль ебәрелгән. Хәрбиҙәргә техника өсөн алмаш өлөштәр, төҙөлөш материалдары, эш ҡоралдары, генератор, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре тапшырылған. Шулай уҡ шәхси посылкалар, аҙыҡ-түлек, эсер һыу килтерелгән.  “Һалдаттарға ярҙам туплауҙа ирекмәндәр, эшҡыуарҙар, ауыл кешеләре ҡатнашты. Улар туплаған әйберҙәр Луганск һәм Донецк республикаларында, Запорожье өлкәһендә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға тәғәйенләнә. Махсус хәрби операция башланғандан алып, фронтҡа 40-тан ашыу гуманитар конвой, 45 автомобиль оҙатылды”, - тип белдерҙе Венер Вәхитов.  

Фото №1 - Ғафуриҙар фронтҡа машиналар оҙатҡан
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ