Республикала велосипед һәм самокаттар юғала

Нефтекамала бер көндә генә ошондай 3 осраҡ теркәлгән. Был турала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдерәләр. 11 йәшлек үҫмер Юбилей проспектында велосипедын ҡалдырып китә. Урманда йөрөп килеүгә транспорт юҡҡа сыҡҡан була. Ошо уҡ ҡалала ике малай самокатынан ҡолаҡ ҡаға. Уларҙы Ҡалтасы кешеһе урлауы асыҡлана. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Фото №1 - Республикала велосипед һәм самокаттар юғала
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ