Башҡортостанда «Парковка» иҫкәртеү операцияһы башланды

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең машиналарҙы ҡуйыу, шул иҫәптән инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән урындарҙа ҡалдырыу ҡағиҙәләрен үтәүҙе тикшерәсәк. Закон боҙоусыларға 5 мең һум күләмендә штраф ҡаралған, ә транспорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатыла. Инспекторҙар бындай машиналарҙың юлда авария хәүефе тыуҙырыуын иҫкә төшөрҙө. Автомобилдәрҙе урап үтеп, йәйәүлеләр йыш ҡына юлға сығырға мәжбүр була, тимәк, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Бынан тыш, тейешһеҙ урындарҙа парковкаланған автомобилдәр башҡа транспорт сараларына ҡамасаулай, юлда тығындар барлыҡҡа килтерә, шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙорға мәжбүр итә, ҡаршылыҡты урап үтеү өсөн уларға ҡаршы һыҙатҡа сығырға тура килә. «Парковка» операцияһы 14 апрелгә тиклем дауам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ