Мини-футбол буйынса спартакиада Өфө машиналар эшләү колледжы студенттарының һәм уҡытыусыларының 14 йыйылма командаһын йыйҙы. «Берҙәм Рәсәй» партияһы башланғысы менән ойошторолған марафон 2022 йылдан алып уҙғарыла.
Алдағы дүрт миҙгел марафондың кәрәклеген раҫлай: проектта 1 миллион 300 меңгә яҡын кеше ҡатнаша, улар өсөн 27 меңгә яҡын сара үткәрелә. Быйылғы марафон илдең 70-тән ашыу төбәген үҙ эсенә алған. Проекттың маҡсаты-сәләмәт тормошто популярлаштырыу, йәнле аралашыу һәм яҙғы энергия заряды. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса уҡытыусылар командаһы беренсе урын яуланы. Еңеүселәргә «Өфө» клубы уйынсыларының автографтары менән футбол туптары һәм команданың алдағы осрашыуына билеттар тапшырылды.



