Өфөлә “Айыҡ ауыл” республика конкурсының йомғаҡлау этабы башланды

Финалда 52 ауыл ҡатнаша. Бөгөн “Бәләкәй ауылдар” номинацияһына ҡараған 14 ауыл һынау тота. Айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырып, халыҡты берләштереү, йәмәғәт эшенә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған проект йылдан-йыл нығына бара, ти Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә Донъя башҡортттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

Өфөлә “Айыҡ ауыл” республика конкурсының йомғаҡлау этабы башланды

   Асҡын районы данын быйыл Гөмбә ауылы яҡлай. Конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Рәмилә Йәнгирова билдәләүенсә, халыҡ мәҙәни тормош менән янып йәшәй, күләмле сараларҙа ҡатнашыуҙан тыш, улар йәмәғәт эшендә лә бик әүҙем.

Өфөлә “Айыҡ ауыл” республика конкурсының йомғаҡлау этабы башланды

“Айыҡ ауыл” конкурсы - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған иң ҙур проекттарҙың береһе. Ул Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Еңеүселәр кеше һанына ҡарап 4 номинацияла - бәләкәй, урта, ҙур, эре ауылдар араһында билдәләнә.

Фото №1 - Өфөлә “Айыҡ ауыл” республика конкурсының йомғаҡлау этабы башланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ