Радий Хәбиров Әбйәлил районына эш сәфәре барышында яңы объекттар менән танышты

Әбйәлил районында яңы балалар поликлиникаһы эшләй башланы. Медицина учреждениеһы «Оҙон һәм әүҙем тормош» милли проекты менән «Беренсел медицина звеноһын модернизациялау» федераль һәм төбәк проекттары буйынса төҙөлгән. Яңы, заманса объект менән бөгөн Башҡортостан башлығы ла танышты. Радий Хәбиров төбәккә эш сәфәре барышында Асҡар ауылында асылған Полилигваль күп профилле мәктәптә, Йәштәр йортонда булды, көньяк зона райондары башлыҡтары менән кәңәшмә уҙғарҙы. Тулыраҡ киләһе материалда.

Яҡты, иркен, заманса. Асҡар ауылындағы яңы поликлиникаға ҡаланыҡылар ҙа көнләшерлек. Медицина учреждениеһында кескәй пациенттар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Асҡарҙан Ибраһимовтар 4 ул тәрбиәләй, ишле ғааиләгә поликлиникаға йыш мөрәжәғәт итергә тура килә. Шарттар иҫ киткес, ти ғаилә башлығы.

Сменаға 150 пациент ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиника милли проект буйынса сафҡа төҙөлгән.Объектты сафҡа индереүгә 750 миллион һумға яҡын аҡса тотонолған. Медицина учреждениеһы элекке кислород станцияһы урынында һалынған һәм район дауаханаһына йылы үткәүел аша тоташтырылған.

Башҡортостан башлығы Әбйәлил районында Йәштәр йортонда ла булды. Үҙәктә тиҫтәгә яҡын йәштәр ойошмаһы эшләй, төрлө саралар үтә.

Объектты ремонтлау өсөн 24 миллион һум аҡса талап ителә. Проект әҙер. Радий Хәбиров һорау контролгә алынасаҡ, хәл итеү юлдары ҡараласаҡ тине.

Асҡар полилингваль күп профилле мәктәбен райондың ғорурлығы тип әйтергә була. Мәғариф учреждениеһы быйыл мартта файҙаланыуға тапшырылған.

Асҡар ауылындағы белем усағы Башҡортостандың 12-се полилингваль күп профилле мәктәбе. Мәғариф учреждениеһы бер нисә телдә белем биреүе менән үҙенсәлекле. Әбйәлил районы үҙәгендәге объект уҡытыу программаһы менән генә түгел, балалар баҡсаһын, өҫтәлмә белем биреү системаһын үҙ эсенә алыуы менән дә айырылып тора. Йәғни яңы белем усағын ысын мәғәнәһендә уҡыусыларҙың икенсе йорт тип атарға мөмкин.

Мәктәп 640, балалар баҡсаһы 160 урынға иҫәпләнгән. Ике учреждениела ла шарттар заманса, уңайлы.

Мәғариф учреждениеһында балалар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Фәнни асыштар яһарға ла, спорт менән шөғөлләнергә лә, ижади яҡтан үҫешергә лә мөмкин.

Башҡортостан башлығы яңы белем усағын юғары баһаланы. Киләсәктә бында ҡытай һәм ғәрәп телен өйрәнеү ҙә планлаштырыла.

Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Әбйәлил эшҡыуарҙары һәм көньяҡ райондар башлыҡтары менән осрашыу уҙғарҙы. Республика етәксеһе һәр муниципаль берәмек етәксеһенә үҙҙәренең зонаһындағы өс проблеманы билдәләргә ҡушты. Был һорауҙарҙы хәл итеү мөмкинлектәре ҡараласаҡ.

Әбйәлил Башҡортостандың ҙур һәм ҡеүәтле райондарының береһе. Муниципаль берәмектә эшҡыуарлыҡ үҫешә, яңы предприятиелар асыла. Был үҙ сиратында урындағы бюджетҡа килем, яңы эш урындары, социаль өлкәгә иғтибар тигән һүҙ. Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан Әбйәлилдең бар яҡлап та үҫеше быға асыҡ дәлил.

Р. Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ