Ауыл хужалығы техникаһы старт һыҙығында. Аграрийҙар сәсеүгә әҙерлектең һуңғы этабын башҡара. Агрегаттар ҡыш ремонтланған, хәҙер майларға, көйләргә һәм баҫыуға сығырға ғына ҡала. Алдынғы хужалыҡтарҙың береһендә техника паркы әҙерлеге менән БЮТ хәбәрселәре лә танышты.
Ришат Аббашев өсөн быйылғы яҙғы баҫыу эштәре егерменсеһе. Ике тиҫтә йыл механизатор булып эшләү дәүерендә ул бер нисә трактор алмапштырған. Береһенән-береһе замансараҡ, технологиялы һәм ҡеүәтлерәк. Ләкин механизатор фекеренсә, һуңғыһы бигерәк тә аҡыллы.
Ни тиклем яңы булмаһын, сәсеү алдынан бар техника ла әҙерлек үтә. Көйләнә, мәйлана. Тап агрегаттарҙың төҙөклөгө генә эштәрҙе тиҙ арала атҡарып сығыу мөмкинлеге бирә. Ауыл хужалығы алып барыу өсөн хәүефле төбәктә, һауа торошо боҙолоп торған йылдарҙа юғары механизация ғына һөҙөмтәләр бирә.
«Артемида» хужалығы 12 мең гектар ерҙә сәсеү эштәре алып бара. Шул иҫәптән ике мең ярымы ужым бойҙайы. Һорау артыуын файҙаланып быйыл арпаны арттырға ниәтләнгәндәр. Ошо маҡсатта өҫтәмә рәүештә 500 тонна элиталы арпа орлоғо әҙерләнгән. Тағы мең тонна сит төбәктәргә һәм илдәргә һатыла.
Башҡортостан һуңғы ете йылда ҡеүәтле техникаға өҫтөнлөк бирә һәм күпләп һатып ала. Был инде ауыл хужалығы алып барыу өсөн хәүефле төбәктә эште күпкә тиҙерәк башҡарыу мөмкинлеге бирә.
Республика аграрийҙары сәсеүгә апрелдең егермеләре төшөргә иҫәп тота. Хужалыҡтар 1 миллион ярым гектар майҙанда бөртөклөләрҙе сәсергә ниәтләй. Өҫтөнлөк юғары килемле майлы культураларға. уларҙы ла 10 мең гектарға арттырыу бурысы ҡуйылған.
А.Кәбиров



