Башҡортостандың Милли музейында «Егәрленең аты арымаҫ» тип исемләнгән күргәҙмә асылды

Көс һәм ғаилә йылыһы символы: Башҡортостандың Милли музейында «Егәрленең аты арымаҫ» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Ул Өфөлә йәшәүсе Тархановтарҙың күләмле беренсе экспозицияһы. Һәр экспонатта ғаилә усағының йылыһы, традициялары, халыҡ сәнғәтенә ҡарата заманса ҡараш сағылыш тапҡан. Кейеҙ баҫыу оҫтаһы Светлана Тарханованың эштәрендә башҡорт йәйләүҙәре күҙ алдына баҫһа, тормош иптәше Дамир Тархановтың картиналарында-ат образы. Ул һынлы сәнғәт өлкәһендә үҙен рәссам-миниатюрист булараҡ таныта.

Тархановтарҙың ижади эштәре менән Башҡортостандың милли музейында танышырға мөмкин. Экспозиция 12 майға тиклем эшләй.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ