Башҡорт аграр университетында яңы үҙәк асылды

Үҫемлектәрҙе тиҙләтелгән селекциялау, культураларҙы һанлы анализлау һәм ерҙәрҙе пилотһыҙ аппараттар менән күҙәтеү. Йәш белгестәр быларҙың барыһын да студент йылдарынан үҙләштерәсәк. Башҡорт дәүләт аграр университетында «Агронетика үҙәге» асылды. 

Быға тиклем ялан тәжрибәләре миҙгел менән бәйле була. Сөнки йәштәр практик белемдәрен йәйге ваҡытта ғына камилаштыра ала. Хәҙер иһә йылына 2-3 тапҡыр уңыш йыйыу һәм хатта культураларҙың яңы сорттарын селекциялауҙы тиҙләтеү мөмкинлеге бар. Бындай ҡаҙанышҡа тәү сиратта уҡыу йортонда асылған фәнни белем биреү үҙәге ярҙамында өлгәшелгән. Алты лаборатория «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты һәм «Өҫтөнлөк-2030» программаһы буйынса эшләй башланы. Уларҙың береһендә буласаҡ ветеринарҙарға уҡыу процесы күп тапҡырҙар ябайлаштырылған. Әгәр элек студентар хайуандарҙы дәреслектәр аша өйрәнһә, хәҙер шарттар мөмкин тиклем ысынбарлыҡҡа тап килтерелгән. Әлбиттә, бар был үҙгәрештәр йәштәрҙе аграр тармаҡҡа күберәк йәлеп итергә ярҙам итәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ