Табиптар пациенттарҙы ҡабат аяҡҡа баҫтыра

Имгәкләп йөрөүҙән ышаныслы аҙымға тиклем. Республика табип-физкультура диспансеры пациенттары үткән юлды шулай атарға мөмкин.

Быйыл төбәктә «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында 11 меңдән ашыу кеше медицина рабилитацияһы алған. Аҡ халатлылар инсульт, төрлө йәрәхәттәр һәм ҡатмарлы операциялар кисереүселәрҙе аяҡҡа баҫтырған. Табип-физкультура диспансеры заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, «Нирвана» аппараты пациенттарҙа виртуаль ысынбарлыҡты тойорға ярҙам итә. Был уйындар хәтерҙе, иғтибарҙы һәм хәрәкәттәрҙе тергеҙә.

Пациенттар менән шулай уҡ медицина психологтары эшләй. Айырым иғтибар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың туғандарына бирелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә күп тапҡырҙар хәрби хәрәкәттәр зонаһында булып, яраланған яугирҙарға ярҙам күрһәтә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ