Өфөлә йәш депутаттарҙың республика форумы үтә

Сәйәсәттә яңы көстәр. Өфөлә йәш депутаттарҙың республика форумы үтә. Сарала республиканың төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу депутат ҡатнаша. 

Йәш депуттарҙың форумы Халыҡ-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә ойошторолған. Бында сәйәсәттә тәүге аҙымдарын яһаусылар өсөн түңәрәк өҫтәлдәр, билдәле эксперттар менән осрашыуҙар ойошторолған. Йәштәр менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та осрашты. Республика етәксеһе депутаттарға теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе, уңыштар теләне. Осрашыу һорау-яуап форматында барҙы, йәштәр Радий Фәрит улына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ла бирҙе.

Эксперттар фекеренсә, был форум йәштәрҙе сәйәсәткә, йәмәғәт тормошона йәлеп итеү йәһәтенән бик мөһим, улар дәүләт идараһы системаһына яңы ҡараш, заманса һулыш индерә. Икесенән, был сара кадрҙар проблемаһын хәл итеүгә лә ыңғай йоғонто яһай. Йәштәр үҙҙәре лә форумдан ҡәнәғәт. тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу яңы проекттарға нигеҙ һала, яңы башланғыстарға этәрә.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ