Башҡортостанда «Парковка» иҫкәртеү операцияһы дауам итә

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең машиналарҙы ҡуйыу, шул иҫәптән инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән урындарҙа ҡалдырыу ҡағиҙәләрен үтәүҙе тикшерә.

Автомобилдең быялаһында «Инвалид» билдәһе булһа, инспекторҙа һорау тыумаҫ ине. Водителдең машина янында булыуы һәм инвалидлыҡ тураһында белешмә күрһәтеүе уңай. Юғиһә, машинаны штраф туҡталҡаһына алып китеү ихтималлығы янай. Сөнки баш ҡалалағы гипермаркет эргәһендәге туҡталҡала инвалид юл билдәһе булыуына ҡарамаҫтан, теләгән һәр кем тимер атын ҡалдырып китә.


Күп ваҡыт был урынды инвалид булмағандар ала. Ә беҙгә машинаны арыраҡ ҡуйырға тура килә.

Александр Евграфов, Өфөлә йәшәүсе


Инвалидмын, ҡайҙа урын бар, шунда ҡалдырам. Билдә булһа, урын табырға була.

Николай Корнелаев, Өфөлә йәшәүсе

Рейд барышында дәүләт автоиспекторҙары водителдәрҙең машиналарҙы парковкалау һәм туҡтатыу ҡағиҙәләрен үтәүен, айырыуса инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән урындарҙы тикшерә.


Һаулыҡ мөмкинлеге сикле кешеләр хәлен аңлаһалар, әлбиттә, ғәриптәр өсөн бүленгән ергә туҡтамаҫтар ине. Был бер һорау. Ә икенсеһе- парковкаларҙың дөрөҫ ойошторолоуы.

Дмитрий Глушко, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ағзаһы
Башбат


Инвалидтар өсөн тәғәйен урында торған автомобиль хужаһы берҙәм реестрға индерелгән булырға тейеш. Бындай акциялар даими уҙғарыла, сөнки ҡағиҙә боҙоусылар кәмемәй.

Иван Ширяев, Башҡортостан буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының пропаганда төркөмө инспекторы

Өс ай эсендә республика буйынса инвалидтар өсөн тәғәйен урында машина ҡуйыусыларға ҡарата 13 меңдән ашыу, тейешһеҙ урында туҡтаған 20 меңдән ашыу автоһәүәҫкәргә ҡарата протокол төҙөлгән

«Парковка» операцияһы 14 апрелгә тиклем дауам итә. Закон боҙоусыларға 5 мең һум күләмендә штраф ҡаралған, ә транспорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатыла.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ