Башҡортостан Йәмәғәт палатаһында граждандарҙың һәр бишенсе мөрәжәғәте ыңғай хәл ителә

Ошо һәм башҡа эш һөҙөмтәләре палатаның йыллыҡ ултырышында барланды. 2025 йылда ойошма ағзалары тарафынан республика район-ҡалаларында 114 сара үткәрелгән.

Йәмәғәт палатаһы, Халыҡ фронты хәрәкәте, Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ағзалары ҡатнашлығында йөҙәрләгән социаль һәм шәхси һорауҙар хәл ителгән. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы төбәктә 2019 йылдан алып эшләй. Ойошма составына юристар, журналистар, ғалимдар, экологтар, эшҡыуарҙар, профсоюздар вәкилдәре, дин әһелдәре инә. Совет ҡарамағында улар уртаҡ йүнәлештә һөҙөмтәле эш алып бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ