Өфөнөң Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре белем усағының 105 йыллығына арналған юбилей концертын тәҡдим итте. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры бинаһында Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә еңеү яулаған йәш музыканттар сығыш яһаны. Залда Шопен, Бах, Пахмутова ижад иткән, шулай уҡ башҡорт композиторҙары Нур Дауытов, Нариман Сабитовтарҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре яңғыраны.
Сарала уҡыу барышында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән 18 стипендиатҡа махсус билдәләр тапшырылды. Бер быуаттан ашыу ваҡыт эендә баш ҡаланың иң боронғо музыка мәктәбен бер нисә быуын һәләтле башҡарыусылар һәм сәнғәт әһелдәре тамамлаған. Әлеге ваҡытта музыка мәктәбендә 100-ләгән бала белем ала, уҡытыу өс корпуста ойошторолған. Педагогик коллектив мәктәпкә нигеҙ һалыусылар-Мәскәү, Санкт-Петербург, Варшава һәм Штутгарт консерваторияларын тамамлаусыларҙың йолаларын дауам итә.




