Улар Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында әҙерләнә. 2023 йылда асылған бүлек тиҙҙән ошо йүнәлеш буйынса белем бирә башлай. Уҡыу йорто республиканың эре предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итә. “Дрон операторҙарына ихтыяж ҙур”, - ти колледждың бүлек мөдире Эльза Арыҫланова.
18 апрелдә колледжда Асыҡ ишектәр көнө уҙа. Унда йәштәр уҡыу йорто менән яҡындан таныша ала.




