Башҡортостанда “Атайлыҡ даны” конкурсы иғлан ителде

Уны республика Йәмәғәт палатаһы уҙғара. Ярышта ишле ғаилә башлыҡтары, өлгөлө балалар тәрбиәләгән атайҙар, ирекмәндәр, хеҙмәт алдынғылары ҡатнаша ала. Ғаризалар 1 августҡа тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәргә билдә, диплом һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыла. Йәмәғәт наградаһы 2020 йылдан тапшырылып килә. Ошо осорҙа конкурста 1 меңдән ашыу атай ҡатнашҡан. Уларҙың ике йөҙө лауреат исемен алған.

Фото №1 - Башҡортостанда “Атайлыҡ даны”  конкурсы иғлан ителде
Волна
Акции БСТ